«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сбербанктан яңы хеҙмәт



30.09.2019 Сбербанктан яңы хеҙмәт

Август айында Сбербанк төпкөл ауылдарҙың магазинында карта буйынса ҡулаҡса биреүҙе юлға һалыу тураһында хәбәр иткәйне.

Бынан тыш Сбербанк тиҙҙән фатир, бәйләнеш, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙе магазин кассаларында ҡабул итә башлаясаҡ, тигән яңылыҡ бар. Проект алыҫ төбәк-райондарҙа старт аласаҡ, йәғни телефондар аҙ булған, яҡшы интернет тотолмаған ауылдарҙа.

Ҙур ҡалаларҙа был хеҙмәт киреһенсә сауҙа нөктәләрендә сираттар барлыҡҡа килеүенә, инкассация хаҡы артыуына ғына булышлыҡ итһә, ауыл еренә бик тә ярап ҡаласаҡ.

Магазинды агент сифатында яллау традицион банк инфраструктураһын тотоуға ҡарағанда Сбербанк өсөн осһоҙораҡҡа төшәсәк.

Түләүҙәрҙе ҡабул итеү сервисы банктағынан бер нимәһе менән дә айырылмаясаҡ: кассир түләү тураһындағы квитанцияны алып, бөтә кәрәкле мәғлүмәтте кассаға индерә лә, аҡсаны ҡабул итеп, чек бирә. Был хеҙмәт менән тик Сбербанк клиенттары ғына файҙалана аласаҡ.








Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға