30.09.2019 "Первушин" аэродромы Муса Гәрәев исемен йөрөтһөн тиҙәр
Билдәле булыуынса, Өфөгә яҡын урында, Кушнаренко районында Первушин ауылы янында аэродром бар. Унда бәләкәй самолеттар ултыра-осоп китә ала, һаҡлау ангарҙары ла бар.
"Ҡыҙыл" таң республика гәзите был объектты легендар осоусы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исеме менән атарға тәҡдим итте.
"Первушин" аэродромы элек ДОСААФтың Башҡортостан республика комитетына ҡараған булған. Ә Муса Ғайса улы ошо ойошма менән 1965-1977 йылдарҙа етәкселек иткән. Тап шул йылдарҙа аэродромда ныҡлы материал-техник база төҙөлгән. Шуға күрә лә М.Гәрәев исемендәге "Первушин" аэродромы барлыҡҡа килһә бик яҡшы күренеш буласаҡ.