«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Нимә ул миома? Ул нилектән барлыҡҡа килә?



30.09.2019 Нимә ул миома? Ул нилектән барлыҡҡа килә?


Миома – йомшаҡ мускулатуралы ағзала барлыҡҡа килгән шеш. Ҡатын-ҡыҙҙарҙа ул күбеһенсә бала ятҡылығында була.


Сәбәбе – гормональ фондың үҙгәреүе. Ғәҙәттә, 30–35 йәшлек гүзәл заттарҙа йыш осрай. Миома кеше ғүмеренә хәүеф тыуҙырмай, шулай ҙа ваҡытында дауаланыу зыян итмәҫ. Был шештең энә күҙәүендәй генәһе лә, йоҙроҡ ҙурлығында булыуы ла ихтимал. Бик тиҙ ҙурайһа, хәүефләнергә урын бар, яман шешкә әүерелеүе бар. Был осраҡта миоманы хирургик юл менән дауалау талап ителә.


Алоэ һәм бал ярҙамында
Миоманы дауалауҙа халыҡ медицинаһын да уңышлы ҡулланалар. Мәҫәлән, алоэ һәм бал менән дауалап була. Бының өсөн 375 г алоэны ит турағыс аша үткәреп, 625 г бал һәм 675 г кагор ҡушып ҡараңғы урында биш көн төнәтергә. Ошо төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда берәр ҡалаҡ эсергә.


Кәрәсин менән
Кәрәсингә манылған тампонды йоҡлар алдынан биш минутҡа ғына ҡуйып алырға кәрәк. Дауалау курсы – 12 көн. Эрозия булған ваҡытта был ысул менән дауаланыу тыйыла.


Дегәнәк япрағы ла ярҙам итә
Миоманы дауалау өсөн дегәнәк япрағын киптереп, онға әйләнгәнсе ваҡларға кәрәк. Һуңынан 5 г порошокка 2 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 12 сәғәт төнәтергә. Көнөнә дүрт тапҡыр 100-әр грамдан эсергә. Дауалау курсы – 30 көн, 15 көн ял итеп алғандан һуң, миома тулыһынса юҡҡа сыҡҡансы эсергә мөмкин.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: Яндекс


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға