«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Физкультура дәресендә булған хәл



30.09.2019 Физкультура дәресендә булған хәл

Өфөлә физкультура дәресендә беренсе курс студентының хәле ҡапыл насарайып китә.

«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы хәбәр итеүенсә, 17 йәшлек студентты «Ашығыс ярҙам» машинаһында дауханаға алып китәләр. Медиктар үҫмерҙең һаулығы өсөн бар тыршлығын һала, ләкин ғүмерен һаҡлап алып ҡалып булмай.


Әле иһә хоҡуҡ һаҡлау органдары хәлде асыҡлау менән шөғөлләнә. Йәш кешенең үлеменең сәбәбен билдәләү өсөн суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға