«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡышҡылыҡҡа тоҙланмалар, ҡайнатмалар, консервалар эшләүселәр һаны кәмей, ти...



29.09.2019 Ҡышҡылыҡҡа тоҙланмалар, ҡайнатмалар, консервалар эшләүселәр һаны кәмей, ти...

Йәйҙең бер көнөндә йылдың тәүге уңышын алыу менән хужабикәләр ҡомарлы рәүештә ҡышҡылыҡҡа әҙерләнә башлай. Буш банка күреп ҡалһалар, уны шундуҡ нимә менәндер тултырып, зырылдатып әйләндереп, ҡапҡас ябып та ҡуялар. Баҙға төшөп ҡараһа-ааң...

Белгестәр һанаған: Рәсәй халҡының өстән бер өлөшө ҡайнатма, тоҙланма, башҡа төрлө консерва әҙерләй икән. Әммә күрһәткестәр түбәнгә төшә бара. Йәғни, кеше йылдан-йыл "ҡышҡылыҡҡа банка ябыу"ҙы ташлай.

"Ромир" холдингы тикшеренеүҙәр үткәргән дә, шуны иҫенә төшөргән: баҡһаң, 2011 йылда Рәсәйҙәрҙең 50 проценты ҡайнатма-тоҙланмалар яһаған.

Эксперттар белдереүенсә, кеше, моғайын, әҙер алырға күнегеп баралыр. Ваҡыттары етмәйҙер. Ялҡаулана баралыр. Ҡуйырға (һаҡларға) урыны юҡтыр.

Бәлки, баҡсалары юҡтыр. Үҙ баҡсаңда үҫтергән уңыштан нимәлер әҙерләү бәхете күптәргә тәтемәй шул хәҙер.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға