29.09.2019 "РУХ КӨМБӘҘЕ" БӨРӨЛӘ
Филология фәндәре кандидаты,
БДУ-ның Бөрө филиалы доценты Гөлнур ҠАСҠЫНОВА хәбәр итә:
Бөрө ҡалаһының хәҙер "Тарихи мәсет" тип йөрөтөлгән мәсете 1910-1912 йылдарҙа төҙөлгән. Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында һаҡланып ҡалған берҙән-бер таш мәсет ул. Был изге йортта әле лә аҙан тауыштары яңғырай, шәкерттәр ғәрәп телен өйрәнә, Ҡорьән серҙәренә төшөнә. Ошо көндәрҙә билдәле шағирә, "Аҡбуҙат" балалар журналының мөхәррире Тамара Искәндәриәнең "Рух көмбәҙе" исемле яңы китабының презентацияһы тап ошо тарихи бинала үткәрелеүе һис тә ғәжәп күренеш түгел ине: сөнки шағирә үҙ ижадында иманға, тәртип-тәүфиҡкә өндәй.
Сарала БДУ-ның Бөрө филиалы студенттары һәм уҡытыусылары, мәсеттең имамы Назар хәҙрәт Насибуллин, мәхәллә ағзалары ҡатнашты. М. Ғафури исемендәге Мәҙәниәт фонды янындағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың һүҙ ижады йәмғиәте инициативаһы менән үткәрелгән осрашыуға Өфөләге М. Ғафури музейының директоры, филология фәндәре кандидаты Ғәҙилә Бүләкова ла саҡырылғайны. Ул шағирәнең ижадына байҡау яһаны, айырым әҫәрҙәренә анализ бирҙе.
Тамара Искәндәриә бөйөк фарсы шағиры Йәләлетдин Руми мәснәүиҙәренең башҡортсаға тәржемәләрен уҡып ишеттерҙе. Тамашасылар иһә был тәржемәләрҙе юғары уҡыу йортонда "Көнсығыш әҙәбиәте" фәнен үткәндә өйрәнеүҙәре, нәсихәт жанры өлгөһө булараҡ шағирәнең “Уландарыма өгөт” шиғырын ҡарап үтеүҙәре тураһында хәбәр иттеләр. Филология фәндәре кандидаты Динә Хәйруллина иһә М. Ғафуриҙың шиғырҙарын рус теленә тәржемә иткән, тамашасылар был шиғри өлгөләрҙе лә ҡыҙыҡһынып тыңланы.
Ҡыҫҡаһы, осрашыу бик йылы, дуҫтарса мөнәсәбәттә үтте. Кисә аҙағында студенттар Тамара Искәндәриәнең китаптарына автографтар алды, баш ҡала ҡунаҡтары менән иҫтәлеккә фотоға төштө.