29.09.2019 Башҡортостанда "Үҙ йортом" программаһын тергеҙергә итәләр
Башҡортостан халҡы үҙ йортонда йәшәүҙе хуп күрә.
БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Артем Ковшов «Урал төҙөлөш индустрияһы» форумында шулай тип белдерҙе. Өфөлә файҙаланыуға тапшырылыусы торлаҡтың 65 проценты – шәхси торлаҡ. Ошондай уҡ пропорция киләсәктә лә һаҡланыр, тип күҙаллана.
Артем Ковшов әйтеүенсә, 10 йыл элек тормошҡа ашырылған “Үҙ йортом” программаһы бик һөҙөмтәле булды. “Йорттарҙың сифатына, дизайнына ҡарата ҡайһы бер һорауҙар булһа ла, юлдары, инфраструктураһы, социаль объекттары, фельдшер пункттары булған ауылдар барлыҡҡа килде. Беҙ был программаны тергеҙергә уйлайбыҙ. Мохтаждарға бушлай ер участкалары бирергә мөмкинлегебеҙ бар”, – тине ул.
2024 йылға тиклем һәр муниципалитетта 10 гектар майҙанды комплекслы ҡасабалар төҙөлөшөнә йәлеп итеү күҙаллана. Бының менән Башҡортостандың төҙөлөш фонды шөғөлләнәсәк.
Шулай уҡ Артем Ковшов, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите милли проектына ярашлы, 2024 йылға тиклем республикала йыл һайын файҙаланырға тапшырылырға тейешле 3,7 млн квадрат метр торлаҡтың үтә ҙур һандар булыуын билдәләне. “Өс млн квадрат метрға тиклем булырға тейеш. Был һандарға төҙәтеү индереү мәсьәләһен күтәрербеҙ”, – тине ул.
Әйткәндәй, Башҡортостанда «Үҙ йортом” программаһы 2007 – 2010 йылдарҙа тормошҡа ашырыла. Һөҙөмтәлә Шамонин, Жуково, Дорогино, Әлкә ҡасабалары барлыҡҡа килә. Унда нигеҙҙә бюджет өлкәһендә эшләүсе ғаиләләр йорт алып ҡыуанды. Программаның төп үҙенсәлеге – йорттоң квадрат метрҙарының арзанлығы, ер участкаларының бушлай бирелеүе, коммуникацияларҙы дәүләт иҫәбенә үткәреү.