29.09.2019 Ауыл уртаһында айыу!
Ауылға айыуҙар килә башлаған.
27 сентябрҙә төнгө сәғәт 11-ҙәр тирәһендә Ишембай районының Яңы Һәйет ауылы халҡы айыуҙың ауыл буйлап сабып йөрөүенә шаһит була. Интернет селтәренә һалынған видеояҙманан күренеүенсә, урам буйлап һыйырҙар йүгерә, арттарынан айыу баҫтыра. Бер һыйыр яраланған. Ҡаршыларына килеп сыҡҡан машина ғына һыйырҙарҙы аралап ҡалырға, ә урман ҡунағын ауылдан ҡыуып ебәрергә ярҙам итә.