«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ишмырҙа уҡыусылары "МАШИНА ЙӨРӨТӨҮСЕГӘ ХАТ" тапшырҙы



28.09.2019 Ишмырҙа уҡыусылары "МАШИНА ЙӨРӨТӨҮСЕГӘ ХАТ" тапшырҙы

Ишмырҙа уҡыусылары "МАШИНА ЙӨРӨТӨҮСЕГӘ ХАТ" тапшырҙыРеспубликала балаларҙың юл-транспорт хәл-ваҡиғаларына тарыуы киҫкен мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Ошоно күҙ уңында тотоп,
23 сентябрҙән 28 сентябргә тиклем Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылы мәктәбендә хәүефһеҙлек аҙнаһы тип иғлан ителде.

Класта, мәктәптә үткән сараларҙан тыш, уҡыусылар ҡоролтайы ағзалары Баймаҡ ҡалаһы һәм районы ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре менән берлектә «МАШИНА ЙӨРӨТӨҮСЕГӘ ХАТ” исеме аҫтында акцияла ҡатнашты.

Улар балалар баҡсалары, мәктәптәр, туҡталыштар янынан үткәндә машина йөрөтөүселәргә айырыуса иғтибарлы булырға саҡырҙы.

Беҙ Ишмырҙа ауылы уҡыусылар ҡоролтайы ағзалары, Баймаҡ районы ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, эштәрендә уңыштар, ғаилә именлеге, һаулыҡ теләп ҡалабыҙ.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға