28.09.2019 Һаҡ булығыҙ! Ҡотороу ауырыуы көсәйә.
Башҡортостанда быйыл 8 ай эсендә хайуандар араһында 13 ҡотороу ауырыуы теркәлгән.
Йыл башынан алып барлығы 8244 кеше теге йәки был хайуандан тешләнеп, республика дауаханаларына мөрәжәғәт иткән. Шуларҙың 22-һенең ҡотороу ауырыуы менән сирләүсе йәнлектәрҙән зыян күреүе асыҡланған.
Иң күп мөрәжәғәт итеүселәр Әбйәлил, Баймаҡ, Бәләбәй, Бөрө, Иглин, Благовещен, Ишимбай, Мәләүез, Туймазы райондарынан һәм Салауат, Стәрлетамаҡ, Октябрьский һәм Нефтекама ҡалаларынан.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, йыл һайын донъяла ҡотороу ауырыуынан тиҫтәләгән мең кеше яҡты донъя менән хушлаша. Йәғни һәр ун минут һайын бер кеше үлә, тип әйтергә мөмкин. Һәр унынсының дүртәүһе ҡотороу ауырыуына шик булған эттән тешләнгән 15 йәшкә тиклемге бала.