«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Мөнәжәт



27.09.2019 Мөнәжәт

27 сентябрҙә Сибайҙа VII асыҡ төбәк-ара мөнәжәт башҡарыусыларҙың конкурсы үтте.

Бәйгелә 25 яңғыҙ башҡарыусы менән 14 коллектив ҡатнашып, йәмғеһе 100-ҙән ашыу кеше йыйылған.

Конкурстың һөҙөмтәһендә яңғыҙ башҡарыусылар араһында гран-приҙы Хәйбулланан Илдар Юнысов яулаған! Илдар Әбделмән улы БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БР мәғариф отличнигы, "Түңгәүер" ҡурайсылар ойошмаһының рәйесе.


"Мөнәжәт" номинацияһында l урынды - Әбйәлил районынан Зөбәйлә Зарипова, II урынды - БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, сәсәниә Фәниә Арыҫланова, III урынды Ейәнсуранан Зифа Ишмырҙина алған.

"Нәсихәт" номинацияһында l урында - Сәрүәр Насирова (Йылайыр районы), II урында - Аделина Уралбаева (Баймаҡ районы), III урында Минзифа Ишемғолова менән Хәмиҙә Ҡоносбаеваның дуэты.

"Сүрә" номинацияһында l урынды - Рәйлә Кулмурзина (Ишембай ҡалаһы), ll урынды - Фәниә Ғәйнуллина (Ейәнсура районы), III урынды Мәҙинә Ғәбитова (Әбйәлил районы) яулаған.

Коллективтар араһында гран-при - "Үткәл" фольклор ансамблендә! Белорет районынан улар!

"Мөнәжәт" номинацияһында урындар түбәндәгесә:

l - "Умырзая" халыҡ фольклор ансамбле (Йылайыр районы)
ll - "Миләш" халыҡ вокаль ансамбле (Сибай ҡалаһы), "Яҙгөл" фольклор ансамбле (Баймаҡ районы)
lll - "Кәүсәриә" мөнәжәтселәрҙең ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле (Силәбе өлкәһе).

"Сүрә" номинацияһында еңеүселәр:
l - "Гөлбаныу" ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле (Бөрйән районы)
ll - ағинәйҙәр клубы (Ейәнсура районы)
lll - "Иман нуры" ансамбле (Баймаҡ районы).

"Нәсихәт" номинацияһында еңеүселәр:
l - "Әхирәттәр" ағинәйҙәр коллективы (Ғафури районы)
ll - "Үҫәргән" ағинәйҙәр ойошмаһы (Ейәнсура районы)
lll - "Сәсәндәрҙең халыҡ мәктәбе" коллективы (Хәйбулла районы).

Еңеүселәрҙең барыһын да ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Ә призлы урындар алмағандарға, бер ҙә бошонмағыҙ, бик тә булмаһа, быйылдың киләһе йылы бар бит, тибеҙ. Һәм конкурста ҡатнашыу - үҙе бер мәртәбә, мөнәжәт әйтеү иһә - үҙе бер күңел байлығы, күңел сихәте кеүек.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға