27.09.2019 Ҡабаҡтан лечо
Лечо әҙерләү өсөн 1,5 кг ҡабаҡ (ҡабағы ҡаты булһа таҙартырға), 1 кг кишер, 0,5 кг һуған, 1,5 кг татлы борос, бер баш һарымһаҡ. 0,5 стакан үҫемлек майы, 300 г томат пастаһы, бер стакан шәкәр, бер балғалаҡ ҡыҙыл борос, бер стакан рафинадланмаған үҫемлек майы, 50 мл 9 процентлы аш һеркәһе, бер литр һыу, 3–4 балғалаҡ тоҙ алына.
Помидорҙы ҡайнар һыуға манып алып, тышын әрсергә һәм ит үткәргестән үткәрергә. Һыуға үҫемлек майы, томат пастаһы, тоҙ, шәкәр, әсе борос, борсаҡлы борос ҡушып бутап, бешерергә. Ҡайнап сыҡҡас, утын кәметеп, помидорҙы һалып, тағы 15 минут тоторға. Һуңынан кишерҙе һалып, 10 минут быҡтырырға. Боросто һалғас, – тағы 10 минут, һуған менән һарымһаҡты өҫтәгә, тағы 10 минут ҡайнатырға. Ҡабаҡты ҡушҡас – 5 минут, аш һеркәһен өҫтәгәс, йәнә ун минут бешерергә. Артабан барыһын бергә тағы 30 минут талғын утта тоторға.
Бер аҙ һыуынғас, әҙер лечоны стерилләнгән банкаларға тултырып, ябырға. Һаҡлау ваҡыты – алты ай.