«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Алһыу Суфиянова ниндәй сер һаҡлай?



27.09.2019 Алһыу Суфиянова ниндәй сер һаҡлай?

Алһыу Суфиянова ниндәй сер һаҡлай?
Рәсәй 1 каналы хәбәрсеһе, «Хәйерле иртә, Башҡортостан!» телетапшырыуының иң һылыу алып барыусыһы Алһыу Суфиянова беҙҙең менән дә үҙенең сере менән бүлеште.

Баҡтиһәң, билдәле алып барыусының үҙе генә белгән сихри көскә эйә эсемлеге бар икән. Уның рецебын ул беҙҙең гәзит уҡыусыларға ла еткерергә булды.

«1 алманы нәҙек кенә итеп ваҡ киҫәктәргә турайым, өҫтөнә 300 мл һыу ҡоям һәм 1 балғалаҡ онталған дәрсен (корица) өҫтәйем. 2 сәғәткә һалҡын урынға ҡуйып торам, йоҡлар алдынан эсеп ятам. Бындай эсемлек организмды таҙарта, артыҡ шыйыҡсаны сығарырға һәм ябығырға ярҙам итә, матдәләр алмашыуын тиҙләтә», – ти Алһыу.

Бына шулай! Шуға ла алып барыусы һәр ваҡыт күтәренке кәйефле һәм зифа буйлы





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: Алһыу Суфиянова фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға