27.09.2019 Сәләмәтлек акцияһы дауам итә
Башҡортостанда «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы 10 октябргә тиклем дауам итә.
«Сәләмәтлек поездары» график буйынса райондар һәм ҡалалар буйлап йөрөүен дауам итә. БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, акция барышында бөтәһе 96 мең кеше медицина тикшереүе үткән, шулар араһынан 9031 кешелә етди ауырыуға шик булыуы асыҡланған. Атап әйткәндә, 535 осраҡта – яман шеш, 836 кешелә шәкәр диабеты, 7572 кешелә юғары ҡан баҫымы булыуы билдәләнгән. Диагнозды дөрөҫләү һәм дауалау курсы үтеү өсөн был пациенттар артабан тикшереү үтергә йүнәлтелгән.