«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Айнытҡыстар булырмы?



27.09.2019 Айнытҡыстар булырмы?


СССР-ҙа айнытҡыстар 30-40-сы йылдарҙа булдырылған. Уларҙа йыл һайын 2,5-5 млн граждан булып сыҡҡан. Хоҡуҡ һаҡлау органдарында төрлө реформалар башланғас, был учреждениелар Эске эштәр министрлығы составынан Һаулыҡ һаҡлау министрлығына тапшырылырға тейеш ине. Әммә әкренләп бөтөрөлдө.


РФ Дәүләт Думаһы депутаттары айнытҡыстарҙы кире ҡайтарыу тәҡдиме менән сыҡҡан. Сөнки йыл һайын алкоголь ҡулланып, 50 мең кеше яҡты донъя менән хушлаша. Уларҙың 10 меңе туңып, йәрәхәтләнеп үлә. Былтыр йәмәғәт урындарында иҫереүҙән аяғында ла баҫып тора алмаған 180 мең кеше табылған. Иҫерек кешеләр тарафынан 352062 енәйәт ҡылынған.
Эскән кешеләрҙе дауаханалар ҙа ҡабул итмәй, улар урамда ята.


Закон ҡабул ителә ҡалһа, айнытҡыстарға бюджеттан аҡса бүленмәйәсәк. Был учреждениела айнып сығыу түләүле буласаҡ.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға