«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бауырҙағы киста хәүефлеме?



27.09.2019 Бауырҙағы киста хәүефлеме?

Билдәле ваҡытҡа тиклем киста үҙен һиҙҙермәй һәм осраҡлы рәүештә генә асыҡланыуы ихтимал.


Һуңынан ҙурая башлағас, күңел болғаныу, кикереү, уң яҡ ҡабырға аҫтында даими ауыртыу барлыҡҡа килеүе ихтимал. Хәрәкәт иткәндә, физик эш эшләгәндә ауыртыу көсәйә. Ғөмүмән, бауырҙа киста һирәк күҙәтелә. Шуға күрә ул артыҡ ҡурҡыныс ауырыу тип тә иҫәпләнмәй. Статистика буйынса уларҙың ғүмер оҙайлығы кәмемәй. Бик һирәк осраҡта ғына ул эренләп, ҡан һауып йыртылырға мөмкин. Күпселек осраҡта иһә ул уртыҡ үҙгәреш кисермәй шул килеш кенә һаҡлана һәм сәләмәтлеккә артыҡ зыяны юҡ. Шуға күрә дауалау ҙа тәғәйенләмәйҙәр. Киста ҙурайып, аҙып киткән осраҡта ғына операция тәҡдим итәләр.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: Яндекс


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға