«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Аш һеркәһенең файҙаһын күрегеҙ



27.09.2019 Аш һеркәһенең файҙаһын күрегеҙ



Һәр хужабикәнең өйөндә аш һеркәһе бар. Уны аш- һыу әҙерләгәндә генә түгел, башҡа маҡсатта ла ҡулланып булғанын башҡалар беләме икән?
1. Баҡсалағы сүптән арынырға ярҙам итә.
2. Кейемдәге тапты бөтөрә. Таплы урынды 10 минут аш һеркәһе эретмәһендә сылатып тоторға кәрәк.
3. Ангинаны дауалай. Бер стакан һыуға 1 ҡалаҡ алма һеркәһе һалып, тамағығыҙҙы сайҡағыҙ.
4. Сәсте сайҡатырға мөмкин.
5. Ауыр эш эшләп, тән һыҙлап торғанда ауыртҡан урынға компресс эшләйҙәр.
6. Әйберҙең хаҡы яҙылған ҡағыҙҙың елеменең эҙен бөтөрөү өсөн йылытылған аш һеркәһендә сылатылған губка менән ышҡырға кәрәк.
7. Тутыҡҡан сөй, болт, гайкаларҙы ялтыратыу өсөн уларҙы аш һеркәһендә ҡайнатырға һәм һуңынан һөртөргә.
8. Һыуытҡыстағы насар еҫте бөтөрөү өсөн уны аш һеркәһе һалынған һыу менән йыуырға.
9. Сәйнүктең юшҡынын таҙартыу өсөн һыуға аш һеркәһе һалып ҡайнатып алырға.
10. Йыуғанда берәй әйберҙең төҫө ныҡ сыҡһа, автомат машинаға ярты стакан аш һеркәһе һалып йыуалар.
11. Өйөгөҙгә йорт ҡырмыҫҡалары эйәләһә, уларҙың йөрөгән юлдарына аш һеркәһе һиптерергә кәрәк.
12. Канализацияғыҙ тығылһа, бер стакан аш һеркәһенә ярты стакан сода һалынған эретмә һалырға. Насар еҫ бөтөп ҡаласаҡ.
13. Аш һеркәһе быяла, хром, пластикты ла ялтырата.
14. Тере сәскәләр һыуҙа оҙағыраҡ ултырһын тиһәгеҙ, 1 л һыуға 2 аш ҡалағы аш һеркәһе һалығыҙ.
15. Аяҡтағы бәшмәк ауырыуын да аш һеркәһе дауалай. Бының өсөн биш өлөш һыуға бер өлөш һалып, бер нисә көн дауамында 15 –20 мин аяҡтарығыҙҙы һыуҙа тотоғоҙ.
16. Аш һеркәһендә тәмле итеп итте маринадларға була. Уны 2 стакан һыуға 1 стакан һеркә, төрлө аш тәмләткес һалып әҙерләйҙәр.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға