«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Квадрокоптерҙы теркәтмәһәң– штраф түлә



27.09.2019 Квадрокоптерҙы теркәтмәһәң– штраф түлә


Рәсәйҙә пилотһыҙ осоусы аппараттарҙы теркәү тураһында закон ғәмәлгә инде.Квадрокоптерҙарҙы хәҙер иҫәпкә ҡуйырға кәрәк. Бының өсөн бер ай ваҡыт бирелә.
250 грамдан 30 килограмға тиклем дрондар махсус рөхсәтһеҙ һауаға күтәрелә алмаясаҡ. Иҫәпкә ҡуйыу өсөн Росавиацияға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Теркәлмәгән аппаратты осорған өсөн хужаһына 50 мең һум штраф һалыуҙары ихтимал.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға