«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Баш-Ҡыр" сауҙа йорто ҡайҙа урынлашыр икән?



27.09.2019 "Баш-Ҡыр" сауҙа йорто ҡайҙа урынлашыр икән?

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Өфөгә ШОС һәм БРИКС ойошмаһына ҡараған илдәрҙең бәләкәй һәм урта бизнес берлектәре Бишенсе форумға йыйылды.

Бындағы эшлекле программаға ярашлы, Башҡортостан һәм Ҡырғыҙстан вәкилдәренең дә осрашыуы үтте.
Эшҡыуарлыҡты үҫтереү, берлектәге проекттар тураһында фекер алышыу менән бергә, яҡтар уртаҡ сауҙа йорто булдырыу хаҡында ла килеште.

Атамаһы, "Баш-Ҡыр", бигүк матур булмаһа ла, ниәттәр матур булып, ике яҡтың да файҙаһына эшләргә яҙһын.

Сауҙа йорто, коммерция булмаған ассоциация булараҡ, башҡорт ҡырғыҙ предприятиедары ҡатнашлығында эшләйәсәк.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Башинформ.
Источник: Башинформ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға