«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ярҙамға мохтаж туғаныңдың да һинән алимент түләтеүе мөмкин



27.09.2019 Ярҙамға мохтаж туғаныңдың да һинән алимент түләтеүе мөмкин

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары пенсия алды йәшендәге хеҙмәткә яраҡһыҙ һәм ярҙамға мохтаж граждандарға бәйле закон ҡабул итте.

Шуға ярашлы, әлеге категорияға ҡараған кешеләр туғандарынан йә элекке тормош юлдаштарынан алимент алыу хоҡуғына эйә.

Бығаса шундай хоҡуҡ пенсия йәшендәгеләргә генә бирелгәйне. Хәҙер иһә 55 йәштән үткән ҡатын-ҡыҙ, 60 йәштән үткән ир-ат та был хоҡуҡтан файҙалана ала.

Константин Толкачев комментарийы:
- Новый порядок выхода на трудовую пенсию не должен ущемлять права алиментополучателей. Это, как правило, те категории лиц, которые нуждаются в особой защите в силу возраста, состояния здоровья. Для многих из них алименты являются единственным источником средств к существованию.

Яңы Закон киң төркөм граждандарына ҡағыла.

Ата-әсәләр бәлиғ булып та ярҙамға мохтаж хеҙмәткә яраҡһыҙ балаларын ҡарарға тейеш һәм, киреһенсә, хеҙмәт йәшендәге бәлиғ булған балалар ярҙамға мохтаж хеҙмәткә яраҡһыҙ ата-әсәләрен тәрбиәләргә (кәрәкһә, алимент түләргә) бурыслы.

Алимент алыуға эшләй алмаған апай-ағайҙар ҙа, олатай-өләсәйҙәр ҙә, ейәндәр ҙә, үгәй атай йә әсәйҙәр ҙә хоҡуҡлы. Шулай уҡ ярҙамға мохтаж эшкә яраҡһыҙ кеше айырылғандан һуң бер йыл эсендә элекке ире йә ҡатынынан да түләү һорай аласаҡ.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Т.АМАНОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға