«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Юлдаш”та – “Шағир һүҙе”



01.10.2019 “Юлдаш”та – “Шағир һүҙе”


Һин – тәбиғәтем, һин – тәғлимәтем,
Һин – хөкүмәтем, һин –хәҡиҡәтем,
Һин – әкиәтем, һин – мөхәббәтем:
Йөрәктә йәшәр йән – шиғриәтем.

Яңыраҡ 80 йәшен билдәләгән күренекле шағир Риф Мифтахов шиғриәттең асылын шулай билдәләй. Ысынлап та, шағир күңеле бар донъяны айҡай һәм зауыҡлы һүҙ, аһәңле тел менән тормош даръяһы серҙәрен асырға ынтыла. Бәғзе бер замандан әҙәби хеҙмәт емештәре ташҡа ғына баҫылып ҡалмай, тауыш яҙмаһында ла яңғырай. Шул йәһәттән радионың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. “Юлдаш” каналының “алтын” фондында уҙған быуаттың 50-се йылдар яҙмаһында Рәшит Ниғмәтиҙең тауышы һаҡланыуы – шуның бер дәлиле. Ошо дәүерҙән алып тупланған таҫмалар – башҡорт шиғриәте үҫешенең үҙенсәлекле көҙгөһө. Арҙаҡлы актерҙар уҡыуында Салауат Юлаев, Аҡмулла шиғырҙарынан башлап замандаш йәш әҙиптәрҙең дә ижадына тиклем сағылыш таба. Һәм был хазина, диңгеҙгә табан киңерәк тә, тәрәнерәк тә, һыуы ла мулыраҡ була барған йылға ише, тулылана ғына.

Тыңлаусылар һәр йәкшәмбе иртәһендәге “Шиғриәт минуттары”н көтөп ала. Әммә беҙҙең ҡатмарлы, етеҙ, тиҙлеккә ҡоролған заманда ла был илһамлы минуттар самалы, әлбиттә. Күңелдәр ығы-зығылы тормошто балҡытып ебәрер илаһи һүҙҙе нығыраҡ көҫәй. Шуны күҙ уңында тотоп, радио тулҡындарына көн дә бер әҙиптең шиғырын сығарырға булдыҡ. Хөрмәтле тыңлаусыға ул ҡыҫҡа ваҡытҡа булһа ла тәрән, нескә кисерештәр, эске донъяһын яҡтыртыр мәлен бүләк итеүе менән ҡиммәт. Шулай итеп, көн һайын иртәнге сәғәт 11 тула 15 минуттан һәм киске сәғәт ун тула 15 минуттан “Юлдаш” эфирында “Шағир һүҙе” яңғырай.





Автор: Ф. МӘЖИТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға