«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ял көндәренә һауа торошо



27.09.2019 Ял көндәренә һауа торошо

Башгидромет хәбәр итеүенсә, алдағы өс көндә Башҡортостанда һауа торошо әллә ни үҙгәрмәйәсәк.

Бөгөн, 27 сентябрҙә республикала болотло һауа торошо көтөлә. Урыны менән бер аҙ ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы мөмкин. Ел көньяҡ-көнбайыштан һәм көнбайыштан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫәсәк, көндөҙ секундына 16 метрға тиклем етеүе ихтимал.

Һауа температураһы көндөҙ — 4-9 градус йылы.

Шәмбелә, 28 сентябрҙә төндә ҡар ҡатыш ямғыр көтөлә. Көньяҡ райондарҙа - яуым-төшөмһөҙ. Юлдарҙың айырым участкаларында - боҙлауыҡ. Ел көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә — минус 3-тән плюс 2 градусҡа тиклем.

Көндөҙ шулай уҡ ямғыр һәм ҡар яуыуы мөмкин. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын, көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ — 2-нән 7 градусҡаса йылы.

Йәкшәмбелә, 29 сентябрҙә республикала урыны менән ҡар һәм ямғыр рәүешендә бер аҙ яуым-төшөм фаразлана. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын.

Һауа температураһы төндә — 0-дән минус 5 градусҡа тиклем, көндөҙ — 4-9 градус йылы.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: pixabay.com
Источник: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға