«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сибай менән Урланың ни уртаҡлығы бар?



27.09.2019 Сибай менән Урланың ни уртаҡлығы бар?

Улар хеҙмәттәшлек итәсәк

ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең бишенсе бизнес форумында башҡорт һәм төрөк ҡалаһы хеҙмәттәшлек итеү тураһында ҡарар төҙөнө.

Урла ҡалаһы Төркиәнең Измир провинцияһында урынлашҡан. Уның менән хеҙмәттәшлек итеү тураһында һүҙ тәүгә "Урал аръяғы - 2019" форумында яңғыраны - меморандум төҙөлдө. Әле Өфөлә тулы килешеүгә Башҡортостан яғынан Сибай ҡалаһы башлығы Рөстәм Афзалов, төрөктәр яғынан - Урла мэры Ибраһим Бурак Огуз ҡул ҡуйҙы.

ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең юбилейлы бизнес форумы Өфөлә 25-27 сентябрҙә үтә. Уға Рәсәйҙең 52 субъектынан һәм 31 илдән 2800-гә яҡын кеше килгән.
Эшлекле майҙансыҡтарҙа 18 секция һәм "түңәрәк өҫтәл" эшләй. Федераль һәм төбәк власть органдары, эксперттар һәм сит ил делегациялары ҡатнашлығында пленар ултырыш уҙҙы.
Сарала халыҡ-ара күргәҙмәне ҡарарға, В2В биржаһында эшлекле бәйләнештәр булдырырға мөмкин.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға