«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Балан: файҙаһы һәм зыяны



27.09.2019 Балан: файҙаһы һәм зыяны

Баландың һаулыҡҡа йоғонтоһо тураһында беләһегеҙме? Түбәндә файҙалы яҡтарының оҙон ғына исемлеге.
Әйткәндәй, балан емешенең өлгөргән сағы.


Шулай итеп, балан:

иммунитетты нығыта
һалҡын тейгәндә ярҙам итә
тамаҡты йомшарта
авитаминоздан дауалай
рак күҙәнәктәре барлыҡҡа килеүенә ҡаршы тора
аллергиянан һаҡлай
ҡан ағыуҙы туҡтата
нервыларҙы тынысландыра
бауыр эшмәкәрлеген яҡшырта
ашҡаҙан-эсәк тракты эшен яйлай
йөрәк һәм ҡан тамырҙары системаһына ыңғай йоғонто яһай
ҡан баҫымын төшөрә
холестеринды кәметә
пульсты көйләй

Баландың кире тәьҫире лә булыуы ихтимал. Кемдең ҡан баҫымы түбән, кемдә юғары кислоталы гастрит, бөйөрөндә таш бар, шулар һаҡ ҡулланһын. Шулай уҡ подагра диагнозы ҡуйылғандарға ла һаҡсыллыҡ талап ителә.

Ғөмүмән, тәбиғи дарыуҙарҙы - шифалы үлән йә йәшелсә-емеште белеп файҙаланырға кәрәк.






Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Автор фотоһы.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға