«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Янғындарҙы иҫкәртеү хеҙмәте булдырылды



26.09.2019 Янғындарҙы иҫкәртеү хеҙмәте булдырылды

2019 йылдың башынан республикала 9 205 янғын булған, уларҙа 194 кешенең ғүмере өҙөлгән.

Республикала Башҡортостандың Янғынға ҡаршы хеҙмәте составында Янғындарҙы иҫкәртеү хеҙмәте эшләй башланы. Уның Ситуациялар залы БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында урынлашҡан. Янғындар динамикаһы, уның сәбәбе, утта янып һәләк булғандар – быларҙың барыһы ла ошо үҙәктә анализлана. Фажиғәләрҙе кәметеү өсөн яңы тәҡдимдәр әҙерләнә.
Хеҙмәт ҙур түгел – уның составында 43 кеше иҫәпләнә.

Хеҙмәткәрҙәргә йыл әйләнәһенә автомобиль бирелә, улар үҙҙәренә тапшырылған райондарҙы йөрөп сығырға һәм иҫкәртеү эше менән шөғөлләнергә тейеш.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Башинформ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға