«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Намыҫһыҙ коллекторҙар ҡаңғыртһа…



26.09.2019 Намыҫһыҙ коллекторҙар ҡаңғыртһа…


2017 йылдан федераль суд приставтары хеҙмәтенә коллекторҙарҙы контролдә тотоу эше йөкмәтелде.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был бурыс йыйыусылар вәкәләттәрен арттырып ебәрә – граждандарҙы ҡурҡытып, кешенең бурысын ҡайтартыу өсөн яңы кредиттарға батыра. Туҡтауһыҙ шылтыратыуҙар, янауҙар менән аптырата. Бындай намыҫһыҙ хеҙмәткәрҙәргә ҡарата ваҡытында сара күрелә.

Республикала рәсми рәүештә эшләгән 13 коллектор ойошмаһы бар. Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығына 8 айҙа уларҙың эшмәкәрлегенә дәғүә белдерелгән 400-гә яҡын ялыу килгән, 80-гә яҡын административ эш ҡуҙғатылған.
Әгәр ҙә коллекторҙар борсой икән, суд приставтарына мөрәжәғәт итегеҙ.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға