«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бәшмәкле салат



26.09.2019 Бәшмәкле салат


Бәшмәкле салатСалат өсөн 1,5 кг бәшмәк, 1 кг помидор, 1 кг татлы борос, 0,5 кг башлы һуған,
700 г кишер, 150 г шәкәр, 50 г тоҙ, 100 мл 9 процентлы аш һеркәһе, 300 мл көнбағыш майы алына.



Салат тәмле һәм матур булһын өсөн йыйылған бәшмәктәр ныҡ, таҙа булһын. Уларҙы таҙартып, матур итеп йыуып, киҫәктәргә турап, өҫтөнә һыу ҡойоп 5–10 минут ҡайнатырға. Артабан тишекле сүмес аша һөҙөп, һалҡын һыу менән сайҡатырға һәм ҡоро табаға һалып, артыҡ һыуы бөткәнсе, бутай-бутай утта тоторға. Помидор менән татлы боросто, үҙегеҙгә нисек оҡшай, шулай турарға. Һуғанды түңәрәкләп ҡырҡырға, кишерҙе ҡырғыстан үткәрергә. 5–7 литрлыҡ кәстрүлгә 300 мл көнбағыш майы ҡойорға, бер аҙ ҡыҙҙырғас, помидорҙарҙы һалырға. 5 минуттан һуң татлы боросто, һуғанды, кишерҙе һәм бәшмәкте ҡушырға. ¾ стакан шәкәр, тоҙ өҫтәп, талғын утта 45–60 минут, болғата-болғата ҡайнатырға. Кемдәр әсе ярата, әсе боросто турап ҡушырға мөмкин. Һуңынан 100 мл аш һеркәһе өҫтәп, тағы ла биш минут ҡайнатырға һәм банкаларға һалып, нығытып ябырға.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: Яндекс


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға