«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бесән ҡар аҫтында ҡалырға тейеш түгел, сабып ҡалайыҡ...



26.09.2019 Бесән ҡар аҫтында ҡалырға тейеш түгел, сабып ҡалайыҡ...

Фотолағы күренешкә ышанырғамы, юҡмы? Дөрөҫ күрәһегеҙ - ҡар яуа, юл ситендә берәү бесән саба. Салғы һелтәмәй инде, шулай ҙа "бесәнсе"не йәлләп кителде.

Хужа үҙенә бесән әҙерләй, тип уйламағыҙ. Бесән етмәһә, кеше лутсы малын һуйып ашай.

Был коммуналь-хужалыҡ хеҙмәткәре булырға тейеш. Һәр хәлдә социаль селтәрҙәрҙә йәмәғәт эшмәкәре Азамат Ғәлин шулай ти.

«Идет активная фаза заготовки придорожного сена. Запасаемся вдоволь. Отправим на экспорт», – тип төрттөрөңкөрәп яҙған икән ул.

Баҡһаң, аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров юл ситтәрендә үлән үҫеүе менән ризаһыҙлығын белдергән. Юл юл һымаҡ булырға тейеш бит, ә бесәнлек түгел. Шуға ла "коммунальщиктар" тәртип булдырырға сыҡҡан. Рашҡы яуған да ебәргән. Тәбиғәтте еңеп буламы ла, алдан белеп буламы?

Көлкө түгел инде...





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Азамат ҒӘЛИНдың сәхифәһенән.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға