26.09.2019 Өфө водителдәре! Күперҙәрҙә тиҙлекте кәметегеҙ!
Көндәр һыуыта, төндәрен һауа температураһы минусҡа төшә. Ошоно күҙ уңында тотоп, баш ҡала күперҙәрендә, юл үткәргестәрендә тиҙлекте сикләүсе яңы юл тамғалары ҡуйып сыҡҡандар.
Бындай инженер ҡоролмалар аҫтан да өҫтән дә һыуына, шуға күрә лә боҙлауыҡ еңел барлыҡҡа килә. Хәҙер водителдәргә күпер-маҙарға яҡынайып килгәндә тамға аҫтынан тиҙлекте 40 саҡрымға тиклем кәметергә кәрәк. Унан һуң алда 50 метрҙай арауыҡта юлдың тайғаҡ булыуын күҙ уңында тотоу мотлаҡ.
Яйлап хәрәкәт итегеҙ, ҡапыл боролмағыҙ һәм туҡтамағыҙ, "поворот" сигналын күрһәтергә онотмағыҙ. Алда барыусыға үтә яҡынаймағыҙ.