26.09.2019 "Тәүтормош кешеһенең ер аҫты галереяһы"на кил!
Өфөлә “Тәүтормош кешеһенең ер аҫты галереяһы. Оло асыштың 60 йыллығына” тип аталған фотокүргәҙмә асыла
Шүлгәнташ мәмерйәһен Башҡортостанда белмәгән кеше юҡ. Мәмерйәнең мөһабәтлеген, ундағы мамонт, дөйә, ат һүрәттәрен үҙҙәре барып күргәндәр ҙә байтаҡ. Әммә ҡараңғы ер аҫты донъяһының бөтөн матурлығына махсус яҡтыртҡанда ғына тамаша ҡылып була. Таш диуарҙаан ағып төшкән ғәжәйеп формалағы кальцит ҡатламы, рәшәткә, өсмөйөш кеүек геометрик биҙәктәр, таш ҡыуышлығындағы һыҙаттар – быларҙың барыһын да Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге заказы буйынса эшләгән профессиональ фоторәссамдарҙың эштәрендә күрергә мөикин.
Фотоһүрәттәр 1 октябрҙә БР Милли музейында күргәҙмәгә ҡуйыла.
Европа мираҫы аҙналығы сиктәрендә бында 1-8 октябрҙә “Тәүтормош кешеһенең ер аҫты галереяһы. Оло асыштың 60 йыллығына” тип аталған фотоэкспозиция эшләй.
Сара тәбиғәт ҡомартҡыһында боронғо палеолит дәүеренә ҡараған һүрәттәр табылыуына 60 йыл тулыуына арнала. Ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы , Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге һәм “Шүлгәнташ мәмерйәһе” тарихи-мәҙәни музейы-ҡурсаулығы.
Экспозиция өсөн профессиональ фотограф Сергей Пешковтың, спелеолог Юрий Соколовтың һәм “Шүлгәнташ мәмерйәһе” тарихи-мәҙәни музейы-ҡурсаулығы ғилми хеҙмәткәре Раян Әхмәтйәновтың 30-ҙан ашыу үҙенсәлекле фотолары һайлап алынған. Бынан тыш, бихисап фотолар менән интерактив стенд һәм мәмерйәгә 3Д-тур әҙерләнә.
Шүлгәндең серле ер аҫты донъяһын күрергә Милли музейға рәхим итегеҙ!