«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектына ҡушылыусылар һаны арта



26.09.2019 "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектына ҡушылыусылар һаны арта

Рәсәй Президенты башланғысы менән ғәмәлгә ашырыла башлаған 12 милли проект араһында экспортлауҙы үҫтереүгә бәйлеһе лә бар. Беҙҙең республикала уны хуплап ҡаршы алдылар.

"Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектына ярашлы, төрлө субсидия ла ҡаралған. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Башҡортостандың тағы өс предприятиеһына продукция экспортлауға тотонолған логистик сығымдарына судсидия бүлеү тураһында билдәле булды. Улар - «Стройхимторг», «Взрывгеосервис», «ТрансТерминалЛес» йәмғиәттәре.

Дөйөм алғанда, әлегә бындай дәүләт ярҙамы менән 21 экспортер-компания файҙалана. Субсидия суммаһы күләме 13 миллион һумға еткән.

Әйткәндәй

Республика ҡаҙнаһынан субсидия республика биләмәһендә теркәлеп, үҙҙәре етештергән тауарҙы сит илдәргә һатыусы бәләкәй һәм урта компанияларға тәғәйенләнә.







Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Т.АМАНОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға