26.09.2019 Татарҙар Әлфиә Афзаловаға һәйкәл ҡуйған
Татарстанда легендар йырсы, татарҙар ҙа, башҡорттар ҙа яратып тыңлаған Әлфиә Афзаловаға Яңы Татар зыяратында һәйкәл ҡуйғандар.
"Татар-информ" хәбәр итеүенсә, йырсы сәхнә образында концерт күлдәгендә һәм ҡулына микрофон тотторолған көйөнсә һынландырылған. Скульптура авторы - Фәнил Вәлиуллин.
Һәйкәл асҡанда күрше республиканың мәҙәниәт әһелдәре, Афзалованың эстрада буйынса коллегалары ҡатнашҡан. Ҡазан уртаһында ла монумент ҡуйыу, йырсы исемендәге музей асыу, исемен Гиннестың рекордтар китабына индереү кәрәк тигән тәҡдимдәр яңғыраған.
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә популяр йырсы Салауат Фәтхетдинов ике татар йыры легендаһы - Әлфиә Афзалова менән Илһам Шакиров бергә торған көйөнсә һәйкәл урынлаштырайыҡ тигән тәҡдим яһаны.
Әлфиә Афзалова (1933-2017) — легендар йырсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Татарстандың халыҡ артисы. Уның тормошо һәм ижады Башҡортостан менән ныҡ бәйле булған. Бала сағын беҙҙәге Краснокама районында үткәргән.
Ижадын йәштәр ҙә ололар ҙа ярата. 14 телдә йырлай алған.