«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йылылыҡ өсөн түләү 50 процентҡа арта?!



26.09.2019 Йылылыҡ өсөн түләү 50 процентҡа арта?!

Октябрь башынан уҡ йылылыҡ өсөн яңы схема буйынса түләй башлаясаҡбыҙ. Был турала БР Хөкүмәтенең тейешле ҡарары бар.


Беҙ быға тиклем фатирҙарҙа йылы булһа ла, булмаһа ла, бер хаҡ түләнек. Йәғни йылылыҡ өсөн түләү йыл әйләнәһенә һуҙыла ине. Хәҙер иһә батареялар йылы булған осорҙа ғына түләйәсәкбеҙ. Был яҡынса һигеҙ ай тирәһе.

Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ инде шунан: түләү, әлбиттә, артасаҡ, ҡалған дүрт айҙыҡы ҡайҙа була, тиһегеҙ?

Бер яҡтан логик бәйләнеш юҡ һымаҡ. Сөнки йәйге айҙарҙа "отопление" булмай бит. Һигеҙ ай өсөн түләгәс, арзанайырға тейеш кеүек. Тик... иҫәп приборы нисек күрһәтер бит әле!?

БР торлаҡ-коммуналь министры урынбаҫары Марат Шәңгәрәйев әйтеүенсә, ҡайһылыр фатирҙарҙа приборҙар тора, тормағанында норматив буйынса түләйәсәктәр.

Хаҡ 50 процентҡа тиклем артыуы ихтимал. 19 - 20 процентҡа, тип тә тынысландыралар. Уның ҡарауы йылытыу миҙгеле бөткәс, түләү булмаясаҡ.

Яңыса хаҡтар яҙылған квитанция октябрҙән киләсәк. Йәғни иҫәпләү йылытыу миҙгеле башланғандан алып барыла.

Льготалар тураһында белешергә онотмағыҙ.
Әйткәндәй, һеҙҙең фатирҙа йылы бирҙеләрме әле?





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Башинформ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға