«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Владимир Путин: Беҙҙең хеҙмәттәшлек гуманитар юҫыҡта



26.09.2019 Владимир Путин: Беҙҙең хеҙмәттәшлек гуманитар юҫыҡта

Рәсәй Президенты кисә үҙендә Венесуэла делегацияһын ҡабул итте. Кремлгә Мадуро әфәнде килеп төштө. Ә беҙ алдан был осрашыуҙы белә инек инде.

Дәүләт башлыҡтары хеҙмәттәшлек тураһында әңгәмә ҡорҙо.

Владимир Путин әйтеүенсә, һуңғы айҙарҙа тауар әйләнеше күләме 10 процентҡа артҡан. Айырыуса ауыл хужалығы продукцияһы менән алмашыу яҡшы бара.

- Мы считаем, что это очень важно с учётом непростой ситуации, в которой оказалась Венесуэла в связи с внешним давлением. Поэтому мы можем рассматривать эту часть нашего взаимодействия даже как своего рода гуманитарное сотрудничество, поскольку эта продукция прямо связана с благосостоянием людей, с реализацией их прямых потребностей в продовольствии, - тип белдерҙе беҙҙең Президент.

Рәсәй Венесуэлаға медицина тармағында ла булышлыҡ итә: дарыуҙар һатабыҙ. Тиҙҙән 1,5 миллион доза киҙеүгә ҡаршы вакцина сығарырға күҙаллап торабыҙ икән.

Рәсәй был илдең иҡтисадына дүрт миллиард доллар инвестиция һалған. Хәрби өлкәлә лә хеҙмәттәшлек бара.

Николас Мадуро үҙ сиратында беҙгә килеүенә шатланыуын белдерҙе. Бергә теләһә ҡайһы ҡаршылыҡты ла еңеп сығасағыбыҙҙы ла әйтте.
Быйылғы бәйләнештәргә һығымта яһау йәһәтенән ҡарағанда, был осрашыуҙың мөһимлеген дә телгә алды.

Ҡыҫҡаһы, венесуэлдар үҙҙәрен Мәскәүҙә комфортлы тоя һәм һәр саҡ теләп киләләр. Моғайын, хеҙмәттәшлектең яңы проекттары ла ғәмәлгә ашырыла башлар.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Кремлин.ру


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға