«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Мөфтөй ниңә күп ҡатынлылыҡ яҡлы?



25.09.2019 Мөфтөй ниңә күп ҡатынлылыҡ яҡлы?

Мәскәү мөфтөйө Илдар Аляутдинов (Ғәләүетдинов) йәмғиәтте "ҡужғытып" ебәрерлек фекерен әйткән. Әлбиттә, шунда уҡ ҡаршы төшөүселәр күп булды.

РИА-Новости хәбәр итеүенсә, Илдар хәҙрәт былай тигән:
- Легализация многоженства по всей России позволила бы решить ряд социальных проблем, вызванных существенным численным преимуществом женщин относительно мужчин.

Беләһегеҙҙер, беҙҙең илдә ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәрҙән байтаҡҡа артыҡ. Йәғни, ир затына ҡытлыҡ бар.

Әгәр ҙә гүзәл затҡа законлы икенсе (һәм артабанғы, исламда бер юлы дүрт никах рөхсәт ителә) ҡатын булып, үҙ хоҡуҡтарын яҡлау мөмкинлеге биргән механизмдарҙы ҡануни рәүештә булдырһаҡ, күп социаль проблема хәл ителер ине, тигән фекерҙә Аляутдинов әфәнде.

Һәм былай тип өҫтәгән:
- Вдобавок было бы намного меньше той греховности и блуда, которые сейчас так стремительно распространяются.

Быныһын дөрөҫ әйткән. Сөнки "һулға" даими йөрөүсе ирҙәр ҙә, һөйәркә булып йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙар ҙа етерлек.

Күп ҡатынлылыҡ беҙҙә, ғөмүмән, булмаясаҡ. Рәсәйҙең күпселек халҡы быға ҡырҡа ҡаршы, тигән фекерҙәр әйтелде. Тәүҙә бер ҡатынын ашатһын, кейендерһен әле, тип әле үк иренә йоҙроҡ күрһәтеүселәр ҙә табылды. Әгәр ҙә был закон менән рөхсәт ителһә, ирҙәр барыбер ике ҡатын ала алмаясаҡ. Сөнки ҡатындарға тигеҙ мөнәсәбәт, тиң шарттар, берҙәй тигеҙ хәстәрлек күрһәтелергә тейеш. Мәҫәлән, ир һәр ҡатынына ҡайҙан фатир алып бирә алһын? Байҙар, бәлки, булдырыр ҙа. Әммә башҡалар муйындан кредитта, ипотекала бит. Теләһәләр ҙә берәүҙән артыҡ ҡатынды ала алмаясаҡтар. Шулай тип фәлсәфә һата башланылар.

Ҡатындарҙан бышылдап ҡына, ә һеҙ ирегеҙ икенсене алам тиһә, нишләр инегеҙ, тип һорарға ла ҡурҡыныс әле...





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға