«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Урал аръяғында БДМУ-ның филиалын асыу хаҡында һүҙ булды



25.09.2019 Урал аръяғында БДМУ-ның филиалын асыу хаҡында һүҙ булды

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, БДМУ-ла үткән «Сәләмәтлек сәғәте» кәңәшмәһендә Урал аръяғында Башҡорт дәүләт медицина университетының филиалын асырға тәҡдим итте.


«Беҙ әҙер. Һеҙҙең күрһәтмәләрҙе генә көтәбеҙ», – тип яуап бирҙе вуз ректоры Валентин Павлов. Уның белдереүенсә, быйыл уҡыу йорто 1300 табип әҙерләп сығарған. Статистика буйынса, 2024 йылда бында 6 меңдән ашыу белгес әҙерләп сығарылырға тейеш. Ике йылдан беренсел звенола табиптарға ҡытлыҡ проблемаһын хәл итеү планлаштырыла. Ә биш йылдан иһә төбәк һаулыҡ һаҡлау системаһында кадрҙарға ҡытлыҡты тулыһынса бөтөрөү күҙаллана.


Валентин Павлов әйтеүенсә, алты йыл уҡығандан һуң сутденттарҙың күбеһе ординатураға китә, 500-ҙән ашыу сығарылыш студенты илдең башҡа вуздарында уҡыуын дауам итеүҙе хуп күрә, 300-ләбе терапевт һәм педиатр булып эшкә урынлаша. Яҡынса 10 проценты һөнәренән ситләшә ( декрет ялына, хәрби хеҙмәткә китә һ.б) һәм, ҡағиҙә булараҡ, ҡабат әйләнеп ҡайтмай.


Республика башлығы район башлыҡтарын ординатура тамамлаусылар менән тығыҙыраҡ эшләргә саҡырҙы. «Муниципалитет етәкселәре райондағы медицина учреждениеларына үҙҙәренең студенттарын эшкә йәлеп итеүгә етди ҡарарға тейеш», – тине ул. Практикаға килгән ординаторҙарҙы 50 мең эш хаҡына эшкә урынлаштырыусы Баймаҡ һәм Бәләбәй ҡалаһы тәжрибәһен миҫалға килтерҙе.


Төбәктә әле табиптарға матди ярҙам күрһәтеү саралары күрелә. Мәҫәлән, «Ауыл табибы» федераль проекты буйынса 99 табип – берәр миллион һум, 10 фельдшер – 500-әр мең һум аҡса аласаҡ. Шулай уҡ «Ауыл фельдшеры» республика программаһы буйынса 72 медицина хеҙмәткәренә 500-әр мең һум аҡса ҡаралған. Бынан тыш, 125 табипҡа дефицит һөнәр эйәләре булараҡ берәр миллион һум аҡса биреләсәк.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: Башинформ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға