«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңы ғына тыуған сабый атлап киткән



25.09.2019 Яңы ғына тыуған сабый атлап киткән

Һәр бала үҙенсә үҫешә, яңы һөнәрҙәр арттыра.

Барыһы ла уның нәҫеле, генетикаһы менән тығыҙ бәйле. Ҡайһы бер балалар иртә һөйләшә башлай, атлап китә. Бәғзеләре иһә был ғәҙәттәрҙе йылдар буйы үҙләштерә.

Тик бына Һиндостанда яңы ғына тыуған баланың атлап китеүе барыһын да шаҡ ҡатырҙы. Ул тыуғандан һуң бер нисә сәғәт үткәс тә тәпәй баҫҡан. Ҡыҙ баланы тыуғандан һуң, шәфҡәт туташы йыуынырға алып барырға уйлай. Әммә сабый ҡаршылаша һәм өҫтәл буйлап атлап китә. Яңы тыуған сабый бер ниндәй ярҙамһыҙ аяҡтарын күсереп баҫа, ышаныслы аҙымдар яһай.

Бындай күренешкә иҫтәре киткән табиптар баланың атлағанын видеоға төшөрөп һала. Әйткәндәй, видеояҙма интернет селтәрендә тиҙ тарала.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: pixabay.com сайтынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға