«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бер төндә - дүрт ир...



25.09.2019 Бер төндә - дүрт ир...

Башҡортостандың төрлө төбәгендә сыҡҡан янғындарҙа дүрт ир һәләк булған.

Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, фажиғәле янғын Ауырғазы, Хәйбулла, Йылайыр райондарында теркәлгән.

Кисә төнгө 23.13 минутта ҡотҡарыу хеҙмәтенә хәбәр Ауырғазының Ташлыкүл ауылынан килгән. Янғын һүндереүселәр унда барып еткәнсе, йорт ут аҫтында булған. Һуңынан 56, 53 йәштәрҙәге ике ир мәйете табылған.

Яҡынса шул уҡ ваҡытта Хәйбулла районының Бүребай ҡасабаһында ла янғын сыҡҡан. Урынға тиҙ арала янғын һүндереүеселәр ҡуҙғалған. Барып еткәндә түбә ишелеп төшкән һәм 41 йәшлек ирҙең янып үлеүе асыҡланған. Йәнә бер ир дауаханаға оҙатылған.

Төн уртаһына яҡын ваҡытта Йылайыр районының Юлдыбай ауылында янғын сығыуы хәбәр ителә. Утты һүндереүҙә 14 кеше ҡатнашҡан. 56 йәшлек ир үлгән.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: МЧС по РБ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға