«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һеҙ вирус йөрөтөүсеме?



24.09.2019 Һеҙ вирус йөрөтөүсеме?


2019 йылдың аҙағына тиклем 30 йәштән алып 39 йәшкә тиклемге ҡатындар Өфөнөң ҡатын - ҡыҙҙар консультацияларында кеше папилломаһы вирусына тикшеренеү үтә ала. Медицина тикшеренеүе үтеү мотлаҡ медицина страховкалауы сиктәрендә үткәрелә.

Кеше папилломаһы вирустары – енси юлдарҙағы инфекцияны тыуҙырыусы вирустар. Вирустың йөҙҙән ашыу төрө бар. Күбеһе һаулыҡ өсөн ҙур ҡурҡыныс тыуҙырмай, дауаламайынса ла бер нисә айҙан юҡҡа сыға. Ләкин кәмендә ун дүрт төрө яман шеш тыуҙырыусыларҙан һанала.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға