«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ялған араҡы һатһаң – миллионлап штраф түлә



24.09.2019 Ялған араҡы һатһаң – миллионлап штраф түлә


Мәләүез районы суды 43 йәшлек иргә хөкөм ҡарары сығарҙы.
Ул этил спирты, алкоголь һәм составында спирт булған продукцияны законһыҙ рәүештә етештереүҙә ғәйепләнә.
А. үҙенең гаражында этил спиртына һыу, хуш еҫле ҡатнашмалар ҡушып, иҫерткес эсемлектәр эшләгән. Ялған араҡыны быяла шешәләргә тултырып, төрлө маркалы этикеткалар йәбештереп, һатыуға әҙерләгән.
Хоҡуҡ һәм тәртип һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре ялған араҡы етештереүсенән 6 мең литр составында спирт булған продукция, уны етештереү һәм ҡойоү буйынса ҡорамалдар, 2 мең буш шешә тартып алған. Суд А.-ны яуаплылыҡҡа тарттырып, 1 млн һум штраф түләттереү тураһында ҡарар сығарған.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға