«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Экология" милли проекты буйынса өс хәүефле объект юҡ ителәсәк



24.09.2019 "Экология" милли проекты буйынса өс хәүефле объект юҡ ителәсәк

Илдә ғәмәлгә ашырыла башлаған өҫтөнлөклө милли проекттар араһында "Экология" проекты ла үтә мөһим урында тора.

Ул үҙ эсенә 11 федераль проектты ала.

Улар: "Таҙа ил", "Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең комплекслы системаһы", "1-2 класлы хәүефлектәге ҡалдыҡтар менән эш итеү өсөн инфраструктура", "Волганы һауыҡтырыу", "Байкал күлен һаҡлау", "Уникаль һыу ятҡылыҡтарын һаҡлау", "Биологик күп төрлөлөктө һаҡлау һәм экология туризмын үҫтереү", "Таҙа һауа", "Таҙа һыу", "Урмандарҙы һаҡлау", "Иң яҡшы технологияларҙы индереү".

Күрәһегеҙ, проекттар темаһы киң. Әлбиттә, милли проекттар беҙҙә лә ғәмәлгә ашырыла.

Республиканың Экология министрлығы өс хәүефле объектты юҡ итеү өсөн федераль ҡаҙнанан аҡса алырға өмөт итә. Бында һүҙ сәнәғәт ҡалдыҡтары сүплеге тураһында бара.

Стәрлетамаҡ районындағы "Михайловская", Баймаҡ районындағы Семеновский алтын йыуыу фабрикаһы һәм элекке "Уфахимпром" биләмәһендәге сүплектәрҙе "Таҙа ил" проектына ярашлы ликвидациялау күҙаллана.

2013 йылда (беләһегеҙ, Экология йылы булды) был объекттарҙы юҡ итеү хаҡы 10 миллиард һум менән иҫәпләнгән булған. Ете йыл үтеп киткән бит был сумманы һанап сығарғанға. Һәр хәлдә сумма кәмемәгәндер инде? Ә эш һаман "шунда".





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға