«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Инвалид бала тәрбиәләгәндәрҙең мәнфәғәтен хәстәрләп



24.09.2019 Инвалид бала тәрбиәләгәндәрҙең мәнфәғәтен хәстәрләп

Инвалид бала тәрбиәләгән ата- әсәләргә еңел түгел – физик яҡтан ғына түгел, психологик яҡтан да улар арый. Был категорияға ҡарағандарға ярҙам итеү маҡсатынан БР Хеҙмәт министрлығы ғәрип балаларҙың ата-әсәләре өсөн бушлай «Социаль ял» хеҙмәтен ойошторҙо. Туймазы районында урынлашҡан Серафимовка йорт-интернаты 4 йәштән 18 йәшкәсә баланы 30 көнгә ҡабул итә. Был ваҡытта балалар менән тәрбиәселәр һәм уҡытыусылар шөғөлләнә. Улар логопед, психолог, хеҙмәт һәм адаптив физкультура буйынса инструкторҙар менән реабилитация үтәсәк.
Проектта ҡатнашыу өсөн баланың ата-әсәһенә йәки законлы вәкилдәренә документтар пакетын, шул иҫәптән медицина анализдарын килтерергә кәрәк.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға