«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Эҫе сәй эсеү һаулыҡҡа зыян килтерә



24.09.2019 Эҫе сәй эсеү һаулыҡҡа зыян килтерә

Эҫе сәй эсеү һаулыҡҡа зыян килтерәЯман шештән һаҡланыу өсөн сәй һәм кофеға һөт ҡойоп эсергә кәңәш ителә.

Әгәр ҙә эсемлек артыҡ эҫе булһа, үңәстә яман шеш барлыҡҡа килеүе ихтимал. Тәһран медицина фәндәре университеты ғалимдары белдереүенсә, әгәр ҙә кеше көн һайын 60 градуслы һәм унан да эҫерәк эсемлек эсһә, үңәстә яман шеш барлыҡҡа килеүе 90 процентҡа арта. Шуға ла эсемлекте бер аҙ һыуытып, йәки һөт ҡушып эсергә кәңәш ителә.

13 йыл дауамында алып барылған тикшеренеүҙә 40-тан алып 75 йәшкә тиклемге 50 меңдән ашыу Иран халҡы ҡатнашҡан. Күҙәтеү барышында 317 үңәс яман шеше асыҡланған. Эҫе эсемлекте (75С) йыш эскән кешелә сир барлыҡҡа килеү ихтималлығы 2,4 тапҡырға артҡан.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: pixabay.com сайтынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға