«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡортостанда уртаса эш хаҡы 36 мең һумдан артҡан



24.09.2019 Башҡортостанда уртаса эш хаҡы 36 мең һумдан артҡан

Быйылғы июль айында республикала уртаса эш хаҡы 36 099 һумға барып еткән. Был 2018 йылдыҡына ҡарағанда 8 процентҡа күберәк тип хәбәр итә Башҡортостанстат.

Дөйөм алғанда ғинуар-июль айҙарында төбәк халҡы (бәләкәй эшҡыуарлыҡты ла иҫәпкә алғанда) 35 506 һум эш хаҡы алып кинәнгән.

Иң күп эш хаҡын алғандар:
- кокс һәм нефть продукттарын етештереүселәр -
айына 73 756 һум;
- файҙалы ҡаҙылма табыусылар - 61 987 hум;
- химия һәм химия продукттары етештереүселәр - 53 785 hум;

Иң әҙ эш хаҡы тире һәм тиренән әйберҙәр эшләүселәрҙә - 13 839 һум. Мебель яһаусыларҙың, кейем бесеүселәрҙең дә эш хаҡы күп түгел, 15 467 һәм 18 777 һум тәшкил итә.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: pixabay.com
Источник: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға