«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Луизаны ла уҙҙырып ебәргәндәр



24.09.2019 Луизаны ла уҙҙырып ебәргәндәр

БР Эске эштәр министрлығының Баш тәфтиш идаралығы Өфө ҡалаһы банктарының береһенән 6,5 миллион аҡса урлауға бәйле енәйәт эшен тикшергәндә 43 миллионға тиклем аҡсаны үҙләштереү фактын асыҡлаған.

Коммерция учреждениеһының өҫтәмә офис идарасыһы булып эшләгән 1980 йылғы ханым 2017 йылдан алып үҙенең банк хеҙмәткәре булған танышы менән кассанан аҡса алғандар. Мутлыҡтарын йәшереү өсөн банк клиенттарының вкладтарын япҡандар. Шулай итеп 50 вкладсының иҫәбе ғәмәлдән сығарылған.

Ҙур суммала аҡса үҙләштереү буйынса уларға енәйәт асылған.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға