«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Машинаһы булғандарға! Тәгәрмәсте алмаштырырға ваҡыт!



24.09.2019 Машинаһы булғандарға! Тәгәрмәсте алмаштырырға ваҡыт!

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығы көн боҙолоуға һәм юлдарҙа боҙлауыҡ булыуға бәйле автомобилселәрҙән машиналарының тәгәрмәстәрен ҡышҡыға алмаштырыуҙарын һорай.

"Әле үк ваҡыт табып, автосервисҡа инергә һәм йәйге тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыһына алмаштырырға кәрәк. Был эште оҙаҡҡа һуҙырға ярамай — үҙеңдең һәм сит ғүмерҙәрҙе хәүеф аҫтына ҡуйып, боҙ өҫтөнән «яланғас» йәйге резинала шыуғансы, ҡышҡыһында йөрөү яҡшыраҡ. Шулай уҡ автомобилде арҡан, көрәк һәм тәҙрәләрҙе йыуыу өсөн махсус шыйыҡса һалып, ҡойоп алыу һис тә ҡамасауламаҫ. Фар-фонарҙарҙың һәм быяланы таҙартҡыстарҙың эшен дә тикшереү артыҡ булмаҫ», — тип кәңәш бирә ҡотҡарыусылар.

Шулай уҡ автоһәүәҫкәрҙәргә юлда йөрөү тәртибен үҙгәртергә: алдағы, ян-яҡтағы транспорт менән араны арттырырға, тиҙлек режимын үтәргә, ҡапыл боролмаҫҡа һәм туҡтамаҫҡа тәҡдим итәләр.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға