«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тренерҙар ауылға эшкә барһа, уларға 600 мең бирәсәктәр



24.09.2019 Тренерҙар ауылға эшкә барһа, уларға 600 мең бирәсәктәр

Башҡортостан Башлығының сентябрь указдарына ярашлы, 2020 йылдан “Ауыл тренеры” программаһы тормошҡа ашырыла башлаясаҡ.


Был проектҡа 60 миллион һум аҡса бүленәсәк. “Программаға 56 муниципаль берәмек ҡушыласаҡ. Бөгөн ауылдарҙа 130 тренер етешмәй. Тиҙҙән “Мәктәптәргә – спорт көрәше” программаһын башлап ебәреүҙе күҙ уңында тотоп, киләһе йылдан “Ауыл тренеры” проектын булдырасаҡбыҙ. Ул “Ауыл уҡытыусыһы” һәм “Ауыл табибы” кеүек үк, республика Башлығы указына ярашлы тормошҡа ашырыласаҡ”, — тине БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов.

Муниципалитет билдәләгән ваҡыт буйына эшләү шарты менән ауылға эшкә килгән тренерға 600 мең һум аҡса биреләсәк.






Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға