«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Сентябрь указы"н үтәү буйынса депутаттар тәҡдимдәр әҙерләй



24.09.2019 "Сентябрь указы"н үтәү буйынса депутаттар тәҡдимдәр әҙерләй

БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың "2024 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫешенең стратегик йүнәлештәре тураһында"ғы указын ғәмәлгә ашырыу буйынса тәҡдимдәрҙе ҡараясаҡ.

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Контстантин Толкачев белдереүенсә, 2 октябрҙә парламент ҡарамағындағы Консультация советында депутаттар ошо мәсьәләгә бәйле көҙгө сессияның эш тәртибен үҙгәртәәсәк.

Радий Хәбировтың "сентябрь указы"н ғәмәлгә ашырыу буйынса етди эштәр башланып тора.

- Положения Указа нацелены на повышение качества жизни населения. Содержание документа концентрирует идеологию национальных проектов Башкортостана. С учетом прогнозируемого федерального финансирования республика имеет возможности для безусловного исполнения положений Указа, - тине Толкачев.

"2024 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫешенең стратегик йүнәлештәре тураһында"ғы указ республиканың алдағы биш йыл үҫешен күҙ уңында тота. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, уны ғәмәлгә ашырыу барышында Башҡортостан халҡының һаны 4,1 миллионға етергә, 60 мәктәп, 50 балалар баҡсаһы, 12 поликлиника төҙөлөргә һәм реконструкцияланырға тейеш. Бынан тыш, төбәктәге уртаса эш хаҡын 1,5 тапҡырға арттырыу ҙа маҡсат итеп ҡуйылған. Башҡа мөһим социаль объекттар ҙа күпләп төҙөләсәк. Һәр районда, ҡалала балалар технопарктары, бушлай өҫтәмә медицина хеҙмәттәре барлыҡҡа киләсәк, экология торошо яҡшырасаҡ.






Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Башинформ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға