«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Балалар баҡсаһында сабыйҙар иҙәндә йоҡларға мәжбүр булған



24.09.2019 Балалар баҡсаһында сабыйҙар иҙәндә йоҡларға мәжбүр булған

Балалар баҡсаһында сабыйҙар иҙәндә йоҡларға мәжбүр булған

Пермдәге бер балалар баҡсаһында ҡот осҡос хәл теркәлгән. Революция урамындағы, 21-се йортта урынлашҡан балалар баҡсаһында, сабыйҙар иҙәндә йоҡларға мәжбүр булған. Был хаҡта Федераль суд приставтары хеҙмәте сайтында хәбәр ителә.

Әйткәндәй, балалар йоҡлаған бүлмә елләтелмәгән, бәләкәстәрҙең сәләмәтлеген бер кем дә ҡайғыртмаған. Һөҙөмтәлә балалар баҡсаһына йөрөүсе кескәйҙәр быума йүтәл (коклюш) менән сирләгән.

Әле балалар баҡсаһын ғәмәлгә ҡуйыусы «Мари-Анри» компанияһы административ штрафҡа тарттырылған. Балалар баҡсаһы 30 көнгә ябылған.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: pixabay.com сайтынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға