«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Аҡсалата түләүҙе һайлайһығыҙмы, әллә социаль ташламаларҙымы?



24.09.2019 Аҡсалата түләүҙе һайлайһығыҙмы, әллә социаль ташламаларҙымы?

Башҡортостандың пенсия фонды льготниктарға 1 октябргә тиклем социаль хеҙмәтләндереү формаһын һайларға тәҡдим итте.


Ғәмәлдәге ташламаларҙы ҡалдырыу өсөн ғариза яҙырға кәрәкмәй. Әгәр ҙә уны 2020 йылдың 1 ғинуарынан үҙгәртергә уйлаһағыҙ, Пенсия фонды идаралығына ғариза яҙырға кәрәк. Пенсия фондының сайтында «Граждандарҙың шәхси кабинеты»нда электрон сервис бар. Унда ғаризаны интернет аша ғына ебәрергә мөмкин.


Әлеге ваҡытта социаль хеҙмәт өсөн түләүҙәр 1121 һум 42 тингә тиң.
863,75 һумы – дарыуҙар менән тәьмин итеү өсөн,
133,62 һумы – шифахана-курорттарҙа дауаланыу өсөн путевкаларға,
124,05 һумы – ҡала яны тимер юл транспортында йөрөү һәм халыҡ-ара транспортта дауаланыу урынына барыу һәм кире ҡайтыу өсөн.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға